

Уҡыусыларҙы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты ҡабул итте.
Смена программаһы белем биреү, спорт һәм мәҙәниәт саралары, БДПУ уҡытыусыларынан оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтары, Өфөнөң тарихи урындары һәм Башҡортостандың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар, Аҡмулла университеты һәм вуз-ара кампус менән танышыу, спорт ярыштары һәм «Өфө-Арена» боҙ һарайына барыуҙан торҙо.
Юғары уҡыу йорто биш йыл дауамында Рәсәй Мәғариф министрлығының был проектында ҡатнашып, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье өлкәһе уҡыусылары һәм студенттары өсөн һөнәри йүнәлеш һәм психологик-педагогик проекттар ойоштора. 2022 йылдан алып университетта 600-ҙән ашыу бала ҡатнашлығында 15 «Университет сменаһы» үтте.
Бөгөн уҡыусылар киберфизик инновациялар оҫтаханаһына барҙы, унда студенттарҙың республикала заманса технологияларҙы (программалау, электроника, пилотһыҙ системалар һәм уйындар уйлап сығарыу) нисек үҙләштереүе менән танышты. Артабан ӨДНТУ-ның «Кибер-ателье» тип аталған “аҡыллы” кейем лабораторияһына барып, 3D-кейемдең нисек эшләнгәнен һәм ысынбарлыҡта ҡулланылғанын ҡаранылар.
Бынан һуң балалар ӨФһТУ-ның ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәгендә булды. Вузда шулай уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу менән дә шөғөлләнәләр.
Экскурсия Өфө дәүләт нефть-техник университетының углерод технологиялары һәм спектроскопия лабораторияһында тамамланды. Балаларға аңлайышлы итеп лабораторияның ошо йылдар эсендәге ҡаҙаныштары хаҡында һөйләнеләр.
Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru