

Яңы рюкзак, сағыу дәфтәрҙәр, уңайлы форма – был әйберҙәр балаға иң мөһиме: уны онотмауҙарын, ҡәҙерләүҙәрен күрһәтә ул.
Хәҙер ярҙам бығаса булмағанса кәрәк. Хатта бер дәфтәр йәки ҡәләм дә кемдер өсөн ысын бүләк буласаҡ һәм яңы уҡыу йылына йылмайып инергә ярҙам итәсәк.
Әйҙәгеҙ, балаларға ошо шатлыҡ бүләк итәйек – бергәләһәк, барыһы ла килеп сығасаҡ!
Ҡайҙа ярҙам итергә:
Бәләбәй «Ғаилә» үҙәге БР дәүләт бюджет учреждениеһы, Бәләбәй ҡалаһы, Ҡыҙыл урам, 114, 2-се ҡат, 215-се кабинет.
Ҡабул итеү ваҡыты: эш көндәрендә 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем.
Һорауҙар: +7 (34786) 5 12 83.
Был хәбәр менән уртаҡлашығыҙ - изге эш уртаҡ булһын!