

16 йәшлек Милана, Радмир һәм Александрҙың тормоштарында яңы бит асыла. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениеларына уҡырға ингән, әммә тыуған йорттарында йәшәүҙәрен дауам иткәндәр.
Бөгөн улар колледж студенттары. 1 сентябрҙә улар яңы аудиторияға инәсәк һәм хеҙмәт баҙарында талап ителгән эшсе һөнәрҙәрҙе үҙләштерә башлаясаҡ. Дөйөм ятаҡтарҙа йәшәү, яңы дуҫтар менән танышыу, үҙ киләсәктәрен үҙ аллы планлаштырыу – яҡын киләсәкте улар шулай күрә.
Әммә, иң мөһиме, төрлө шарттар арҡаһында яңғыҙ ҡалған балалар тормоштарында барыһы ла яҡшы булыр тип ышана – улар яҡшы белгестәр, яратҡан ир һәм ҡатын һәм мотлаҡ бәхетле ата-әсә булырҙар!
Елена Петрова фотолары