

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Белем көнө айҡанлы үткән сараларҙа ҡатнашты. Ул Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы белем биреү үҙәгендә, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында Һәм Башҡортостан дәүләт медицина университетының яңыртылған 1-се ятағында булды. Радий Хәбиров уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар, производствоға өйрәтеү оҫталары һәм студенттар менән аралашты.
Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы белем биреү үҙәге Өфөнөң Октябрь районында урынлашҡан. Белем усағында 912 бала уҡый, шул иҫәптән 94 ҡыҙ һәм малай – мәктәпкәсә бүлек тәрбиәләнеүсеһе. Белем биреү үҙәге яңы уҡыу йылын комплекслы капиталь ремонттан һуң төҙөкләндерелгән хәлдә ҡаршылай. Был эштәргә – 110,9 миллион һум, йыһазландырыуға – 9,8 миллион һум, спорт майҙансығын төҙөкләндереүгә тағы 7,05 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Мәктәптә уҡыу кластары, ижад һәм ял итеү өсөн майҙансыҡтар яңыртылған. Хәүефһеҙлекте турникеттар, 50 видеокүҙәтеү камераһы һәм иҫкәртеү системаһы тәьмин итә.
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы электр һәм йылылыҡ энергетикаһы, химия сәнәғәте, машиналар эшләү, төҙөлөш һәм нефть-газ тармағы предприятиелары өсөн 19 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй. 2025/26 уҡыу йылында колледжда 4 134 студент уҡый. Яңыртылған корпуста «Яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге» кластеры асылды. Башланғыстың партнерҙары булып «Башҡортостан генерация компанияһы», «Башнефть», «Башкирэнерго» һәм «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» йәмғиәттәре сығыш яһай. Кластерҙы булдырыуға федераль һәм республика бюджеттарынан, шулай уҡ эш биреүселәрҙән 209,9 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.
Башҡортостан дәүләт медицина университетының Театр урамындағы 1-се ятағында капиталь ремонт тамамланды. 6,2 мең квадрат метр майҙанлы бинала инженер селтәрҙәре, тәҙрәләр, ишектәр һәм иҙән япмалары алмаштырылған, студенттар йәшәгән бүлмәләр һәм дөйөм ҡулланылыштағы биләмәләр яңыртылған. Студенттарға душ һәм санузелы булған ике урынлыҡ бүлмәләр, кухня, кер йыуыу бүлмәләре, ял итеү биләмәләре һәм 450 квадрат метр майҙанлы спорт залы булдырылған. Бөгөн БДМУ-ла 14 856 кеше, шул иҫәптән 4 056 сит ил студенты уҡый. Университет 60 илдән йыйылған йәштәргә белем бирә.
Республика Башлығының бөгөнгө маршруты дөйөм, урта һөнәри һәм юғары белемде берләштерҙе. Һәр объектта белем биреү мөхитенең сифаты, хәүефһеҙлек, практик әҙерлек һәм йәштәребеҙ Башҡортостанда ҡалһын өсөн шарттар булдырыу төп темаларға әүерелде. Башҡортостан Башлығы был мәсьәләләрҙе һәр ваҡыт өҫтөнлөклөләр рәтендә билдәләй. Радий Фәрит улының Белем көнөндәге маршруты ла төбәк сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен асыҡ күрһәтә.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа республикала яңы мәктәптәр төҙөүгә, булғандарын капиталь ремонтлауға, белем биреү учреждениеларының матди базаһын заманса итеп үҙгәртеүгә һәм яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. 2026 йылда республикала биш яңы мәктәп сафҡа инде. Улар иҫәбендә – Өфөнөң Кузнецов затонындағы 2 200 урынлыҡ мәктәп (Волга буйы федераль округындағы иң ҙур дөйөм белем биреү усағы) һәм Глумилин-2 биҫтәһендә 1225 урынлыҡ 88-се мәктәптең икенсе корпусы. 88-се мәктәптең яңы корпусын 29 августа видеобәйләнеш аша Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Радий Хәбиров асты. Йыл аҙағына тиклем тағы өс мәктәп асыу күҙаллана: уларҙың икәүһе – Өфөлә һәм береһе – Нефтекамала.
Бер үк мәлдә мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы ҡала һәм райондарҙың белем биреү инфраструктураһын өр-яңы кимәлгә күтәрергә булышлыҡ итә. 2022-2026 йылдарҙа Башҡортостанда 217 мәктәп бинаһы капиталь яңыртылды, уларҙа 91 меңдән ашыу бала белем ала. 2026 йылда 42 мәктәп объектында, шулай уҡ балалар баҡсаларында һәм колледждарҙа эштәр алып барыла. Бөгөн Радий Хәбиров барған 40-сы белем биреү үҙәге бындай алымдың йөкмәткеһен күрһәтә: бина менән бергә спорт һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек өсөн майҙансыҡтар яңыртылған, мәктәп өр-яңы йыһаздарға эйә булған. 1975 йылда төҙөлгән белем усағы үҙ уҡыусыларын бөтөнләй яңы сифатта һәм төҫтә ҡаршы алды.
Белем усаҡтарындағы хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә Башлыҡтың айырым контролендә. Төбәк етәксеһе республиканың белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте арттырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Мәҫәлән, Башҡортостанда үткәреү режимын һәм физик һаҡты көсәйттеләр, профилактик һәм психологик эшмәкәрлеккә иғтибарҙы арттырҙылар. 159 мәктәп ике режимлы һаҡҡа күсерелгән. Мәғариф ойошмаларында тәрбиә һәм иҫкәртеү эштәре өсөн яуаплы етәкселәр тәғәйенләнә, уларға ай һайын өҫтәмә төбәк түләүҙәре ҡаралған. Мәктәп психологтарының көрсөккә ҡаршы бүлеге булдырылды. Уҡыу йылы башланыр алдынан бөтә белем биреү ойошмаларында террорға ҡаршы күнекмәләр үтте. 2026 йылда янғын һәм террорға ҡаршы хәүефһеҙлекте нығытыуға 220 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Ололарҙың төп хәстәрлеге балаларҙың именлеген тәьмин итеү, уларға төплө белем алыу алыу өсөн шарттар булдырыу, төрлө яҡлап үҫешкән йәш быуын тәрбиәләү булһа, уҡыусыларҙың ошо мөмкинлектәр менән дөрөҫ файҙаланыуы ла бик мөһим. Был йәһәттән Башҡортостан уҡыусылары һынатмай. 2026 йылғы имтихан кампанияһы йомғаҡтары буйынса республика буйынса 210 БДИ эше 100 балға баһаланған. 2025 йылда был күрһәткес 159 ине. 11 сығарылыш уҡыусыһы бер юлы ике предмет буйынса максималь һөҙөмтәгә өлгәшкән (былтыр бындай уҡыусылар бишәү булған). Физика, профилле математика, рус теле, биология һәм әҙәбиәт буйынса 100 баллы эштәр һаны һиҙелерлек артҡан. Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырып, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән йәштәр 150 мең һум күләмендә республика Башлығы премияһын ала. Бындай сығарылыш уҡыусыларын әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум түләнә.
Башҡортостан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса тәүге тапҡыр Рәсәйҙең алдынғы биш төбәге иҫәбенә инде. Химия, хоҡуҡ, география һәм информатика буйынса командалар көслө һөҙөмтәләр күрһәткән. Һуңғы биш йыл эсендә аҙаҡҡы этапта еңеүселәр һәм призерҙар һаны ике тапҡырға артҡан. Күрһәткестәр һәләтле балалар менән эштең киңәйеүен һәм остаздар әҙерләү сифатының артыуын раҫлай.
ФЕКЕР
Тимур МАННАНОВ, Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы рәйесе:
– 2026 йыл Башҡортостан мәғарифы өсөн бик әһәмиәтле булды. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында республика исеменән 193 ҡатнашыусы сығыш яһаны, улар 78 диплом яуланы — 13 еңеүсе һәм 65 призер. Был – Башҡортостандың олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашыу тарихында иң яҡшы һөҙөмтәһе һәм бер үк ваҡытта һәләтле балалар менән системалы эшләүҙең аныҡ өлгөһө.
Химия йүнәлешен һайлаған белгес булараҡ, ошо фән буйынса йыйылма команданың уңышын билдәләү айырыуса оҡшай: Башҡортостан уҡыусылары 14 диплом яуланы – ике еңеүсе һәм 12 призер. Наградалар һаны буйынса республика, Мәскәү ҡалаһынан һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, илдең иң көслө өс төбәге иҫәбенә инеүгә өлгәште. Шуныһы ла мөһим: Өфөнән генә түгел, республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан да балалар юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.
Хәҙер өлгәшелгән кимәлде һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү ҙә мөһим. Бында мәғарифтың сәнәғәт предприятиелары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе ҙур мөмкинлектәргә юлдар аса. Башҡортостан сода компанияһы, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы, «Газпром нефтехим Салауат» һәм ПОЛИЭФ йәмғиәттәре менән берлектәге проекттар олимпиадаларҙы, йәйге мәктәптәрҙе һәм уҡытыусылар өсөн квалификация күтәреү программаларын үҙ эсенә ала.
Бындай проекттар уҡыусыларға дәреслектән ситтә заманса химия һәм технологияларҙы күрергә, тыуған республикабыҙҙа сәнәғәт үҫеше һәм һөнәри мөмкинлектәр менән танышырға, ә педагогтарға яңы белем һәм методик инструменттар алырға ярҙам итә. Беҙҙең тәүге сығарылыш уҡыусылары республиканың алдынғы предприятиеларында эшләй.
Киләһе аҙым – ошондай мөмкинлектәрҙе, йәшәү урынына ҡарамай, бөтә республика уҡыусыларына асыҡ итеү. Был хаҡта Ишембайҙа үткән мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә лә һөйләнеләр. Муниципаль һәм республика мәғариф ойошмаларының үҙ-ара тығыҙ эш итеүе, мәктәп, юғары уҡыу йорттары, предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмаларының ресурстарын берләштереү мөһим. Ул саҡта бөгөнгө олимпиада уңыштары оҙайлы һөҙөмтәгә – Башҡортостан өсөн яңы быуын тикшеренеүселәр, инженерҙар һәм технологтар әҙерләүгә нигеҙ буласаҡ.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан.