Мәғариф
10 Сентября , 06:00

Башҡорт телен уҡытыуҙа – яһалма зиһен

Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән осрашыуға йәш туған тел уҡытыусылары йыйылды. Сарала Бәләбәй районынан Знаменка ауылы мәктәбе педагогы Эвелина Эльмир ҡыҙы Андрианова ҡатнашты. Ул үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

Башҡорт телен уҡытыуҙа – яһалма зиһенБашҡорт телен уҡытыуҙа – яһалма зиһен
Башҡорт телен уҡытыуҙа – яһалма зиһен

– 9 сентябрь ысын мәғәнәһендә бай йөкмәткеле көн булды! Мин республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән осрашыуға вуз-ара кампусҡа эләккән 160 бәхетле кешенең береһе булдым.

Көн методик лекторийҙан башланды. Төрлө өлкәләрҙән спикерҙар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яһалма зиһенде ҡулланыу темаһына ҡағылды. Заманса технологиялар туған һүҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа нисек ярҙам итә алыуы тураһында бик күп практик тәҡдимдәр алдыҡ. Был ысынлап та белем биреү өлкәһе өсөн алға китеш!

Кампус буйлап экскурсия айырыуса тәьҫир ҡалдырҙы. Беҙ иҫ киткес арт-объект – «Умартасы айыу» – менән таныштыҡ. Был скульптура ғына түгел, ә «Айыу өңө» ҙур проектының бер өлөшө. Айыу бында дәүерҙәрҙең бәйләнеше символы: ул ата-бабаларҙың аҡылын һәм беҙҙең ҡыҙыу бөгөнгөбөҙҙө берләштерә.

Радий Фәрит улы менән осрашыу сараның иң юғары нөктәһе булды. Беҙ мөһим нәмәләр тураһында һөйләштек: Рәсәй халыҡтары телдәре көнө, милләтебеҙҙе һаҡлау һәм, әлбиттә, туған тел тураһында. Яңы методикалар, башҡорт телен өйрәнеү программалары һәм полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереү тикшерелде. Берҙәйлекте һаҡлау мәсьәләһе беренсе урында тороуын ишетеү бик күңелле булды.

 

Башҡорт телен уҡытыуҙа – яһалма зиһен
Башҡорт телен уҡытыуҙа – яһалма зиһен
Башҡорт телен уҡытыуҙа – яһалма зиһен
Башҡорт телен уҡытыуҙа – яһалма зиһен
Башҡорт телен уҡытыуҙа – яһалма зиһен
Автор:Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас