

Һөнәри белем биреү ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерелде: уларҙың тәжрибәһе һәм эшенә тоғролоғо – тармаҡтың киләсәге нигеҙе. Ә студенттар иҫбатланы: улар бик яҡшы уҡып ҡына ҡалмай, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Бәләбәйҙең өс колледжы – райондың мөһим таянысы: бында хужалыҡты үҫтерергә, кешеләрҙең һаулығы хаҡында хәстәрлек күрергә һәм социаль әһәмиәтле өлкәләрҙә эшләргә әҙерләнәләр. Һәм үҙгәрештәр яҡшы яҡҡа бара: корпустар яңыртыла, әҙерлек программалары камиллаштырыла.
Елена Петрова фотолары