Башҡортостан мәҙәниәте интерактив тарихтар, мини-уйындар, анимация һәм заманса медиапродукттарҙа сағылыш таба башлай. Республикала белем биреү форматтарын, һанлы технологияларҙы һәм халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын берләштергән «Халыҡтар атласы: Башҡортостан – күптәрҙең Ватаны» тип аталған проект тормошҡа ашырыла. Унда Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы резиденттары булған «Берлога» киберфизика инновацияһы оҫтаханаһы һәм ARTWOLL анимация студияһы ҡатнаша.
Ҡатнашыусылар биш йүнәлештә эшләй ала: интерактив тарихтар, мини-уйындар, медиаетештереү, классик анимация һәм яһалма зиһен ҡулланылған анимация. Уларҙың һәр береһендә Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни сюжеттары һәм образдары заманса һанлы эшләнмәләрҙә сағылыш таба.
"Халыҡтар атласы" проекты мәҙәни мираҫ менән танышыуҙы һанлы контент булдырыуҙың заманса алымдарын үҙләштереү менән берләштергән майҙансыҡҡа әйләнә. Ҡатнашыусылар Башҡортостан халыҡтарының тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеп кенә ҡалмай, ә был белемде уйындарға, анимацияға, медиаматериалдарға һәм интерактив тарихтарға әйләндерергә өйрәнә.
Проекттың йомғаҡлау сараһы итеп ноябрҙә фестиваль ойошторола. Унда “Халыҡтар атласы” платформаһы һәм ҡатнашыусыларҙың эштәре менән танышырға була.
Белешмә
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.
Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.

Мәғлүмәт, фото://pravitelstvorb.ru/news/...