Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Ноябрь 2021, 12:00

Яҡты, йылы, йәмле

булып ҡалған Бәләбәй ҡалаһының «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында. Баҡса мөдире Нурия Ғарифуллина шундай ҡыуаныстары менән бүлеште.

Яҡты, йылы, йәмле
Яҡты, йылы, йәмле

«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының «Ысын эштәр» төбәк проекты сиктәрендә 24-се «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында электр үткәргесте капиталь ремонтлағандар. Был эште подрядсы «СЭМФ» йәмғиәте  (етәксеһе О.И. Никулина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы) башҡарған.

Ремонт барышында ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар тыуыуға ҡарамаҫтан, барыһын да ваҡытында һәм сифатлы итеп эшләгәндәр. Техник һәм санитар нормаларға тап килгән материалдар ғына ҡулланылған, тейешле сертификаттары ла бар.

Баҡса коллективы район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевкә, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының урындағы бүлексәһенә, Мәғариф идаралығы начальнигы Татьяна Лапшинаға, подряд ойошмаһы белгестәренә рәхмәт белдерә.

 

Яҡты, йылы, йәмле
Яҡты, йылы, йәмле
Яҡты, йылы, йәмле
Яҡты, йылы, йәмле
Автор:
Читайте нас: