Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Декабрь 2021, 11:00

Приюттан бер йорт подъезы конкурста өсөнсө урын алған

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында «Күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү йәһәтенән иң яҡшы объект» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Приюттан бер йорт подъезы конкурста өсөнсө урын алған
Приюттан бер йорт подъезы конкурста өсөнсө урын алған

Быйыл конкурс комиссияһы ҡарамағына республиканың 46 муниципалитетынан 203 заявка килгән. Тантанала конкурста еңүселәр һәм икенсе, өсөнсө урындар алыусылар аталды һәм уларға аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Улар араһында Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы К. Маркс урамынан 9-сы йорттоң  4-се подъезы ҡала биләмәләре араһында «Иң яҡшы подъезд» номинацияһында өсөнсө урын алған.

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: