Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Ғинуар 2022, 13:00

Сүп-сар эшкәртеүгә иғтибар арта

Өфө районында Черкассы полигонында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу һәм эшкәртеү комплексы төҙөлә.

Сүп-сар эшкәртеүгә иғтибар арта
Сүп-сар эшкәртеүгә иғтибар арта

«Рәсәй экология операторы» менән концессион килешеүгә ярашлы, проект 6 млрд һумға баһалана. Объект 2023 йылда төҙөлә башлай. Бында йылына 500 мең тонна сүп-сар эшкәртеләсәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрылығының бүлек етәксеһе Азат Басыров әйтеүенсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының 50-60 процентын икенсел сеймал булараҡ файҙаланырға мөмкин.

Өфөлә сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн 800-ҙән ашыу төҫлө контейнер ҡуйылған. Халыҡҡа пластикты, ҡағыҙ һәм быяланы айырым йыйырға кәңәш ителә.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: