Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Февраль 2022, 17:15

Ағиҙел аша аркалы күпер 1 марттан ремонтҡа ябыла

2022 йылда Өфөлә ҡалаға көньяҡтан ике инеү юлы сикләнә. Һүҙ Ағиҙел аша аркалы күпер һәм Пугачев урамы хаҡында бара. Ике объектта күләмле эштәр башлана, тип хәбәр итте БР Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә.

Ағиҙел аша аркалы күпер 1 марттан ремонтҡа ябыла
Ағиҙел аша аркалы күпер 1 марттан ремонтҡа ябыла

«Яҙын һәм ҡышын беҙ «Өфөнөң көньяҡ ҡапҡаһы» тигән ҙур проектты ғәмәлгә ашыра башлайбыҙ. Был Пугачев, Рыленко һ.б. урамдарҙы реконструкциялаясаҡ ҙур проект. Пугачев урамы оҙаҡҡа ябыла», – тине Хәбиров.

Аркалы күпер 1 марттан 30 айҙан ашыуға ябыла, 2024 йылдың өсөнсө кварталына тиклем бөтә эштәрҙе тамамланырға тейеш.


Автор:
Читайте нас: