Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Февраль 2022, 11:00

Өфөнөң 450 йыллығына скверҙар һәм парктар төҙөкләндерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына арналған эш күләмен «ғәйәт ҙур» тип атаны.

Өфөнөң 450 йыллығына скверҙар һәм парктар төҙөкләндерелә
Өфөнөң 450 йыллығына скверҙар һәм парктар төҙөкләндерелә

Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса, төҙөүселәр майҙансыҡтарға ваҡытында сыға алһын, өфөләр бөтә нәмә хаҡында хәбәрҙар булһын өсөн һәммәһе лә яҡшы эшләргә тейеш.

Быйыл уҡ баш ҡалала йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә башлай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һүҙҙәренсә, бер юлы 16 скверҙа һәм паркта эштәр башлана.

«Өфөнөң Дим паркын, Черниковкалағы Нефтехимиктар паркын, Инорстағы Йылы күлен төҙөкләндереү планлаштырыла. Бер нисә объектты яңыртыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Улар иҫәбендә – Дан бульварындағы сквер, ул «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса федераль аҡса иҫәбенә төҙөкләндерелә. Шулай уҡ 2022 йылға план – Инорста Йылы күлен, Димдә үҙәк паркты һәм Черниковкала Нефтехимиктар паркын реконструкциялауҙың тәүге этаптары», – тине ведомство етәксеһе Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса кәңәшмәлә.

Июндә Ҡала көнөнә Сипайлово биҫтәһендә яңыртылған «Ҡашҡаҙан» паркы асыла. Киләһе йылда Аксаков исемендәге баҡсала, Ғафури һәм Ленин парктарында эштәр башлана.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: