Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Март 2022, 14:11

Яҙ етә - ремонт башлана

Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә юлдарҙағы соҡор-саҡырҙы ремонтлау тураһында һөйләшеү булды. Доклад менән транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев сығыш яһаны.

Яҙ етә - ремонт башлана
Яҙ етә - ремонт башлана

Уның белдереүенсә, Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль әһәмиәттә 13545,1 километр автомобиль юлдары бар, уларҙың 8898,219 километрына асфальт япмаһы түшәлгән. Министр һүҙҙәре буйынса, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, юлдарҙа соҡорҙар йыл әйләнәһенә ремонтлана.

2022 йылда соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарыуға әҙерлек барышында “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте подрядсы ойошмаһы түбәндәге сараларҙы башҡарған:

- 477,8 мең тонна төрлө фракцияларҙан ҡырсынташ һәм 4,0 мең тонна битум әҙерләнгән.

- “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалдары сүкеш һәм вибрация плитәләре менән тулы күләмдә тәьмин ителгән.

- Бәләкәй габаритлы тракторҙар 55 дана аҫмалы фрезер ҡулайламалары менән йыһазландырыла.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы соҡорҙарҙы ямау өсөн кәрәкле ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаларын әҙерләүсе составтарҙы һәм рецептарҙы яраштырыу буйынса эште дауам итә. Килешеүҙәрҙе әҙерләү 1 апрелгә тамамланырға тейеш.

Шулай уҡ төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарында япманың етешһеҙлектәрен бөтөрөү буйынса байтаҡ эштәрҙе “MADPATCHER” махсус машиналары башҡара. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтендә бындай 16 берәмек техника бар. Был ҡорамалды ҡулланыу менән эштәрҙе 2022 йылдың 15 апреленән башлау күҙаллана. Эштәр яҙ-көҙ миҙгелдәре дауамында алып барыласаҡ.

Радий Хәбиров был эште көсәйтергә ҡушты. 

 

Автор:
Читайте нас: