Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Март 2022, 15:00

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы 15 июнгә тиклем ямап бөтөргә кәрәк

15 майға тиклем республика юлдарында яҙғы осорҙа юлда барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы һан менән билдәләү тамамлана, ә 15 июнгә тиклем етешһеҙлектәр тулыһынса бөтөрөләсәк.

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы 15 июнгә тиклем ямап бөтөргә кәрәк
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы 15 июнгә тиклем ямап бөтөргә кәрәк

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итте. Соҡорҙарҙы ямау эше барышын контролдә тотоу юл инфраструктураһын планлаштырыу һәм  автоматлаштырылған контроль системаһы аша ойошторола. 9 мартҡа ҡарата республика юлдарында 3290 етешһеҙлек теркәлгән, шуларҙың 1270-е бөтөрөлгән.

Күпселек юлдар һәм урамдар ҡарҙан һәм боҙҙан асылмаған, шуға барлыҡ муниципалитеттар ҙа соҡорҙарҙы һан менән  билдәләргә тотонмаған әле. Әлегә эштәрҙе Өфө һәм республиканың Юл хужалығы идаралығы алып бара. Ҡалған ҡала һәм райондар ҡар һыуҙарын юлдан ситкә ағыҙыу маҡсатында юл ситтәрен ҡарҙан һәм ҡар өйөмдәренән таҙартыу менән шөғөлләнә.

2022 йылда Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуға бөтәһе 5,7 миллиард һум ҡаралған.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: