Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Апрель 2022, 14:30

«Йәшел яҙ» марафоны башланды!

1 апрелдән республикала «Йәшел яҙ» бөтә Рәсәй экологик марафоны башланды.

«Йәшел яҙ» марафоны башланды!
«Йәшел яҙ» марафоны башланды!

Ул Таҙалыҡ көндәрен, өмәләрҙе, «Йәшел Башҡортостан» акцияһын, «Хәтер баҡсаһы» һәм «Хәтер көнө»н үҙ эсенә ала.  Быйыл тәүге тапҡыр республикала «Шина» экологик акцияһы ла үткәрелә.

Әлеге акцияларҙы үткәреү ҡала-ауылдар мөхитенең сифатын яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһай.

 Ғәҙәттәгесә, республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыуҙа республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәре ҡатнаша. Йәшелләндереү өмәләре  23 апрелдән башланып, 10 майҙа тамамланасаҡ.

Был сараларҙа 38 тематик аллея булдырыласаҡ, бейеклеге 2,5 метр булған ағастар һәм элек ултыртып та үҫмәгән ағастар урынына яңылары ултыртыласаҡ. Ҡала һәм район хакимиәттәре үҫентеләр алған.

Дөйөм сараларҙа республикала 52 мең ағас һәм ҡыуаҡ, 16 мең ҙур ағас ултыртыу күҙаллана. Был эштәргә 16 мең ойошма йәлеп ителә.

Автор:
Читайте нас: