Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Апрель 2022, 13:00

Яҙ ағастар ултыртыр мәл

25 апрелдән 25 майға тиклем Башҡортостанда «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы уҙғарыла. Ағас ултыртырға теләгәндәр акцияға ҡушыла ала.

Яҙ ағастар ултыртыр мәл
Яҙ ағастар ултыртыр мәл

Төп маҡсат – урманға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәмәғәтселек иғтибарын урман фонды биләмәһендә урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү проблемаларына йәлеп итеү.

Республиканың һәр муниципалитетында ағас ултыртыу буйынса саралар үткәреү өсөн дөйөм майҙаны 110 гектар тәшкил иткән 61 урман участкаһы һайлап алынған. 450 мең үҫенте ултыртыу күҙаллана.

Беҙҙең Бәләбәйҙә һәм Приютта йөҙҙән ашыу ағас ултыртыу ниәтләнә.

Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: