Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Апрель 2022, 13:00

Бәләбәйҙе йүкәләр биҙәйәсәк

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә ҡала урамдарына ағастар ултырттылар.

Бәләбәйҙе йүкәләр биҙәйәсәк
Бәләбәйҙе йүкәләр биҙәйәсәк

Көндәр ныҡлап йылыныу менән йүкәләр шаулап үҫә башлаясаҡ. Войков урамында ПСЧ-43, «Тиҫтер» клубтар берләшмәһе, МР хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҙур ағастар ултыртты. Горохов урамында «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәге, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, Һамар университеты филиалы студенттары эшләне.

– Ҡалала 65 ағас ултырттыҡ, Горохов урамы газондарында – 31-ҙе, – тип һөйләй ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлим Ғөбаев. – Һәр кем акцияға ихлас ҡушылды, яҡшы кәйеф менән килделәр.

Ҡалабыҙ актив кешеләр ярҙамы менән таҙараҡ, йәшелерәк буласаҡ!

 

Бәләбәйҙе йүкәләр биҙәйәсәк
Бәләбәйҙе йүкәләр биҙәйәсәк
Бәләбәйҙе йүкәләр биҙәйәсәк
Бәләбәйҙе йүкәләр биҙәйәсәк
Бәләбәйҙе йүкәләр биҙәйәсәк
Автор:
Читайте нас: