Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Май 2022, 13:25

Берҙәмлектә – көс!

Изге Ураҙа байрамы алдынан Баймырҙа ауыл  биләмәһе зыяратында өмә үтте.

Берҙәмлектә –  көс!
Берҙәмлектә – көс!

Ауыл халҡы бергәләп зыярат алды һәм зыяраттың эске яҡ биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Иң оло өмәсегә 80 йәш булһа, иң кесеһенә 7 йәш ине. Был изге эшкә  ситтә йәшәгән  ауылдаштарыбыҙ ҙа  дәррәү ҡушылды.

Ураҙа ғәйете үткәс, баймырҙалар  мәсет яны биләмәһенә ағас ултыртыу ойошторҙо. Урман хужалығы эшселәре  килтергән ҡайын, ҡарағай, шулай уҡ шыршы, йүкә, муйыл  үҫентеләре ултыртылды. Ололар, йәштәр, уҡыусылар  һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа был өмәнән ситтә ҡалманы. Халыҡ берҙәм тотонғас, эш бик тиҙ башҡарылды. Урмандар шаулап үҫһен! Ауылыбыҙ тирә-яғы йәмле, таҙа булһын.

Ошондай изге эштәрҙе ойоштороусыларға, һәр  башланғысты  дәррәү күтәреп алған  барлыҡ ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Әсмә Әхтәриева

Берҙәмлектә –  көс!
Берҙәмлектә –  көс!
Берҙәмлектә –  көс!
Берҙәмлектә –  көс!
Берҙәмлектә –  көс!
Берҙәмлектә –  көс!
Берҙәмлектә –  көс!
Берҙәмлектә –  көс!
Берҙәмлектә – көс!
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: