Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Июль 2022, 15:00

Боронғо яңыртыла

Республикабыҙҙың алты ҡалаһы Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыуға иң яҡшы проекттар конкурсында еңде. БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайты биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә 400 млн һум аҡса бүленде, тип хәбәр итә.

Боронғо яңыртыла
Боронғо яңыртыла

Бығаса яҙыуыбыҙса, Бәләбәйҙә ошо еңеү һөҙөмтәһендә ҡаланың тарихи өлөшө тергеҙелә. Төрмә замкы ижади производстволарҙы, оҫталарҙы, ҡаланың мәҙәниәт учреждениеларын һәм эшҡыуарҙарҙы берләштереү үҙәге булмаҡсы. Бында формаль булмаған шарттарҙа аралашыу өсөн урын була – төрмә замкы майҙаны, уйын майҙансығы, ҡоро фонтан, сауҙа рәттәре, павильон-оҫтахана. Был урын тарихы менән Себер тракты хаҡындағы уйын инсталляцияһы таныштырасаҡ. Бынан тыш, төрмә замкында төрмә тарихы хаҡында һөйләүсе интерактив музей булдырыла.

Бәләбәйҙән тыш, конкурста еңгән Стәрлетамаҡта ҡала пляжы төҙөкләндерелә. Бөрөлә «Оҫталар урамы» буласаҡ. Күмертауҙа «Ваҡыт шкалаһы» барлыҡҡа киләсәк. Туймазыла һәм Межгорьела ла төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Фото район башлығының «Бәйләнештә» битенән  

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: