Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Август 2022, 15:00

Юлдар һалына, ремонтлана

Башҡортостан юлдарында төҙөлөш эштәре дауам итә, планлаштырылғандың 40 проценты үтәлгән.

Юлдар һалына, ремонтлана
Юлдар һалына, ремонтлана

Быйыл 197 юлда 349 километр араны төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа.

– 2027 йыл аҙағына Башҡортостан юлдарының 85 процентын тейешле тәртипкә килтерергә тейешбеҙ. Тағы 985 километрҙа ремонт эшләргә кәрәк. Ауыл халҡы ла юлдарға йыш зарлана. Йыш ҡына ремонт өсөн аҡса етмәй. Шуға  муниципалитеттарға юлдарҙы  төҙөкләндереү өсөн өҫтәп  5-әр миллион һум бүлергә ҡарар иттек, – тип яҙҙа Радий  Хәбиров.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: