Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Октябрь 2022, 15:00

Ошолай шәп буласаҡ беҙҙең «Боронғо ҡала» үҙәге!

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев «Бәйләнештә» битендә  ҡалабыҙҙың әле төҙөкләндереү эштәре барған  өлөшөнән яңы фотолар ҡуйған.

Ошолай шәп буласаҡ беҙҙең «Боронғо ҡала» үҙәге!
Ошолай шәп буласаҡ беҙҙең «Боронғо ҡала» үҙәге!

Биләмәне һыу менән тәьмин итеү эштәре тамамланған, электр менән тәьмин итеү системаһы өсөн сым һуҙылған, яҡтыртҡыстар ҡуйырға әҙерҙәр, «Бәҙрәф» павильонына канализация эшләнгән.

Төп майҙансыҡта амфитеатр эшләү өсөн бетон түшәлгән, плитка түшәп бөтөп баралар.

Спорт зонаһында ҡорамал ҡуйылған.

Дөйөм алғанда башҡарылаһы эштәр 78 процентҡа үтәлгән.

Йәшелләндереү, видеокамералар ҡуйыу, яҡтыртҡыстар өсөн бағаналар ултыртыу эштәрен үтәйһе ҡалған.

Ҡышын нисек матур буласағын күҙ алдына килтерәһегеҙме? – тип һоҡланыуын белдергән район хакимиәте башлығы.

Фотолар башлыҡтың «Бәйләнештә» битенән

 

Ошолай шәп буласаҡ беҙҙең «Боронғо ҡала» үҙәге!
Ошолай шәп буласаҡ беҙҙең «Боронғо ҡала» үҙәге!
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: