Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Октябрь 2022, 16:00

Сүп-сар һауыттары һәм контейнер майҙансыҡтары өс тапҡыр артҡан

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һуңғы өс йылда сүп-сар һауыттары һәм контейнер майҙансыҡтары өс тапҡыр артты, тип белдерҙе. Ул Хөкүмәттә үткән опратив кәңәшмәлә сығыш яһаны.

Сүп-сар һауыттары һәм контейнер майҙансыҡтары өс тапҡыр артҡан
Сүп-сар һауыттары һәм контейнер майҙансыҡтары өс тапҡыр артҡан

Башҡортостанда бөтә ауыл һәм ҡалаларҙа ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ойошторолған. 24 мең майҙансыҡ булдырылған. Сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн федераль ҡаҙнанан 168 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. «Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе юҡ итеү эше лә әүҙем бара», – тине ведомство етәксеһе.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу мәсьәләһен Хөкүмәт даими контролдә тота. Һәр дүшәмбе ошо темаға арналған кәңәшмә үтә. «Эште дауам итегеҙ», – тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: