Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Ноябрь 2022, 13:00

Балалар хыялы тормошҡа аша!

Бәләбәй ҡалаһының Өҫән биҫтәһендә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең актив ялы өсөн тәғәйенләнгән парк төҙөү тамамланды.

Балалар хыялы тормошҡа аша!
Балалар хыялы тормошҡа аша!

Спорт менән шөғөлләнеү һәм хәүефһеҙ уйнау өсөн булдырылған заманса йәмәғәт биләмәһе Бәләбәй ҡалаһы ҡала хакимиәтенең һәм ҡала кешеләренең «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проектында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

«Был проектты ғәмәлгә индереүҙең иң мөһим бурыстарының береһе булып граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уңайлы зона булдырыу тора. Парк йорттар төҙөлгән урынды, ҡаланың үҙәк өлөшөнән алыҫлығын, күпме кеше йәшәүен, халыҡтан килгән тәҡдимдәрҙе анализлау юлы менән һайланды», – тип аңлаттылар район хакимиәтенең архитектура бүлегенән.

Светлана Шириня материалы буйынса.

Елена Петрова фотолары һәм видеоһы

 

Балалар хыялы тормошҡа аша!
Балалар хыялы тормошҡа аша!
Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: