Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Ноябрь 2022, 11:00

Айырып йыйырға өйрәнәһе генә ҡалды

Бәләбәй районына ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 1100 литрлы 110 күсмә контейнер ҡайтарылды.

Айырып йыйырға өйрәнәһе генә ҡалды
Айырып йыйырға өйрәнәһе генә ҡалды

Контейнерҙар республикаға федераль бюджеттан бүленгән субсидия аҡсаһына алынды.

– Районға ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу өсөн йәмғеһе 258 көрәнһыу һәм 58 ҡыҙыл контейнер ҡайтарылды, – тип хәбәр иттеләр муниципаль район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеше бүлегенән. – Ҡыҙылдары Бәләбәй ҡалаһы идарасы компанияларының әҙерләнгән контейнер майҙансыҡтарына быяла йыйыу өсөн ҡуйыла, көрәнһыуҙары дуаль схема буйынса (быяла, ҡағыҙ, пластик) йыйыу өсөн Приютта һәм 15 ауыл биләмәһендә урынлаштырыла.

Римма Солтанова материалы буйынса

Автор:
Читайте нас: