Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
7 Декабрь 2022, 11:00

Төҙөкләндереү эшендә уңыштар бар

Йыл һайын уҙғарылыусы «Күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» республика конкурсының 2022 йыл өсөн  йомғаҡтары билдәле булды.

Төҙөкләндереү эшендә уңыштар бар
Төҙөкләндереү эшендә уңыштар бар

Конкурста 44 муниципаль берәмек ҡатнашҡан. Конкурс комиссияһына ҡарауға 207 заявка килгән.

Бәләбәй Интернациональ урамындағы 122 б һанлы йорт ихатаһын төҙөкләндереү һөҙөмтәләре буйынса ҡала биләмәләре араһында «Иң яҡшы йорт яны биләмәһе» номинацияһында I урын алды.

Приют ҡасабаһы Калинин урамындағы 26 а һанлы йорт подъезы үҙ категорияһында «Иң яҡшы подъезд» номинацияһында өсөнсө булды.

Конкурста ҡатнашҡан өсөн бирелгән аҡса ҡаланы һәм ҡасабаны артабан төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтең социаль селтәрҙәге бите буйынса әҙерләнде

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: