Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
31 Ғинуар 2023, 14:00

Тағы ете йортта

2023 йылда подъездарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы буйынса Бәләбәй районындағы күп ҡатлы йорттарҙа 22 подъезд тәртипкә килтереләсәк.

Тағы ете йортта
Тағы ете йортта

Шул иҫәптән Ленин исемендәге урамдың 17-се йортонда, Ҡыҙыл урамдың – 122-се, Туҡаев урамының 70-се һәм 72-се, шулай уҡ Приют ҡасабаһында К. Маркс урамындағы 10-сы йортта, Беренсе май урамындағы – 7-се һәм Свердлов урамындағы 11-се йортта.

– Был 2020 йылда ремонтланмаған объекттар. Бөгөнгә подряд ойошмаларын һайлау өсөн конкурс процедуралары өсөн документтар әҙерләнә. Ремонт башлар алдынан подрядсылар кәрәкле эштәр исемлеген төҙөү һәм ниндәй материалдарҙы ҡулланыу яҡшыраҡ икәнлеген асыҡлау буйынса фекер алышыу өсөн күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашыу ойошторасаҡтар, тип яҙған социаль селтәрҙә муниципалитет хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.

2019-сы, подъездарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы ғәмәлгә ашырыла башлаған йылдан, беҙҙең районда 53 йортта 146 подъезд тәртипкә килтерелгән.

Тема буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин: https://www.belebey-mr.ru/deyatelnost/zhkkh/remont-po.

Автор:
Читайте нас: