Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Март 2023, 11:00

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямай башланылар

Төбәктә юл соҡорҙарына дәғүә белдереп мөрәжәғәт итеүселәр һаны артыуға бәйле, ремонт эштәрен тиҙләтеү бурысы ҡуйылды.

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямай башланылар
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямай башланылар

Һалҡын асфальт түшәү ысулы менән яңыртылған участкаларҙы тәртипкә килтереү мобиль ҡушымтала теркәлә һәм соҡорҙарҙың һанын теүәл билдәләргә булышлыҡ итә. 

Юл соҡорҙарын ремонтлаусы эшселәр иң тәүҙә соҡорҙоң тәрәнлеген үлсәп, уны шунда уҡ таҙартып ҡуя. Емерек участка төҙөкләндереүгә әҙерләнгәс, соҡор зәңгәр яғыулыҡ ярҙамында киптерелеп, унда яңы асфальт-бетон ҡатнашмаһы тултырыла.

Һалҡын асфальт – март айында соҡорҙарҙы ямарға ярҙам иткән берҙән-бер ысул. Көндәр йылынғансы асфальт ҡатламын эҫе ысул менән түшәү мөмкин түгел.

Ҡар иреп бөтөү менән юлдағы соҡорҙарға дәғүәләр белдереп мөрәжәғәт итеүселәр һаны артҡан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә төбәктә миҙгелгә бәйле төп эштәрҙең береһе итеп соҡорҙарҙы ямау бурысын ҡуйҙы. Яуаплы ведомство хеҙмәткәрҙәре алдында етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн теүәл сроктар ҙа ҡуйылды – май башына тиклем соҡорҙарҙы ямау тамамланырға тейеш.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Автор:
Читайте нас: