Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Март 2023, 11:00

10 апрелгә ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушылды

Ҙур ҡалаларҙы 10 апрелгә тәртипкә килтерергә кәрәк, тип, ҡала мэрҙарына бурыс йөкмәтте Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

10 апрелгә ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушылды
10 апрелгә ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушылды

Ғәҙәттә был ваҡыт 1 майға тиклем тип билдәләнә ине, ләкин быйыл ҡар иртә ирей башланы, ҡалалар ҡыштан һуң ҡалған бысраҡ һәм сүп-сар менән тулған, тип билдәләне Радий Хәбиров. Контроль идаралығына 10 апрелдә эштең барышы, ҡалаларҙа таҙалыҡты тикшереү йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт еткерергә ҡушылды.

«Таҙалыҡ тураһында беренсе йыл ғына һүҙ алып бармайым. Сүп-сарҙы йыйыу, үләндәрҙе сабыу, соҡорҙарҙы ямау һәм башҡалар. Бәлки, был эш күренеп бармайҙыр, ләкин ул башҡарылырға тейеш», — тине республика етәксеһе.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: