Редакцияға Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе Наталья Иванова шылтыратты, ул, күп кенә ҡала халҡы кеүек үк, «Пятерочка» магазиндарында ҡуйылған фандоматтарҙың ни өсөн эшләмәүе менән ҡыҙыҡһына.
Һорауға төбәк операторы – «Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Андрей Козлов яуап бирҙе:
– Бөгөнгә Бәләбәйҙә бөтә фандоматтарҙың эше техник сәбәптәр арҡаһында ваҡытлыса туҡтатылған. Төбәк операторы системаны эшләүселәр менән берлектә проблеманы хәл итеү менән шөғөлләнә, әммә пластик шешәләр һәм алюмин банкалар ҡабул итеүсе автоматтарҙы эшләтеүҙең аныҡ ваҡыты әлегә билдәһеҙ.
Төбәк операторы бәләбәйҙәрҙән һәм ҡала ҡунаҡтарынан уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.
Елена Петрова фотолары