Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Ноябрь 2025, 10:00

Иғтибар итегеҙ! Ҡыш хаталарҙы ғәфү итмәйәсәк

Республика хөкүмәтендәге сираттағы кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәрен торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл хеҙмәттәре өлкәһе предприятиеларын ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә тулы һәм сифатлы әҙерләүҙе тәьмин итергә саҡырҙы, шул уҡ ваҡытта ҡыш хаталарҙы ғәфү итмәйәсәк, тип билдәләне.

Иғтибар итегеҙ! Ҡыш хаталарҙы ғәфү итмәйәсәк
Иғтибар итегеҙ! Ҡыш хаталарҙы ғәфү итмәйәсәк

Бәләбәй ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 октябрҙән 31 декабргә тиклем, былтырғы кеүек үк, бөтә ҡала буйлап юлдарҙы ҡышҡы тәртиптә тотоу менән «Төҙөкләндереү» муниципаль бюджет учреждениеһы шөғөлләнәсәк (телефон: 5-99-51).

Аукцион йомғаҡтары буйынса, 2026 йылдың 1 ғинуарынан Дубравушка  биҫтәһе урамдарында һәм тыҡрыҡтарында ҡарҙы ваҡытында таҙартыу өсөн С.Р. Үзбәков индивидуаль предприятиеһы яуаплы (8 937-333-71-57).

Ҡаланың үҙәк өлөшөндә, Лесничество, Өҫән, Девон, Надежда, Малобелебеевка биҫтәләрендә, Йылға кварталында, Пионер урамынан Дубравушка биҫтәһенә тиклемге участкала – «Бәләбәй коммунальнигы» учреждениеһы (5-83-76 һәм 5-99-51).

Полянка, Төньяҡ-1 һәм Төньяҡ-2, Ҡояшлы, Урман, Ҡарлуғас биҫтәләрендә –  «Юл-транспорт сервисы» йәмғиәте (8-917-754-75-35).

Чайковка биҫтәһендә Исмәғилев И.Р. индивидуаль предприятиеһы (8-937-334-27-68) яуаплы.

Елена Петрова фотолары

Иғтибар итегеҙ! Ҡыш хаталарҙы ғәфү итмәйәсәк
Иғтибар итегеҙ! Ҡыш хаталарҙы ғәфү итмәйәсәк
Иғтибар итегеҙ! Ҡыш хаталарҙы ғәфү итмәйәсәк
Автор: Римма Султанова  
Читайте нас