Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Декабрь 2025, 12:00

Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк

Редакцияға гәзитебеҙгә яҙылыусы Алла Степанова Әмиров урамында төҙөкләндереү проекты буйынса башҡарылған эштәрҙең сифатына дәғүә менән мөрәжәғәт итте. Ул Үҙәк мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда эшселәр күптән түгел һалған плиткаларҙың ергә батыуына һәм унда ике яҡлы хәрәкәт асылыуға бәйле Интернациональ урамындағы юлда хәүефһеҙлек мәсьәләләренә иғтибар итә.

Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк
Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк

«Проект, әлбиттә, шәп! Тик ҡаланың төп юлдарында тығын артҡан, һәм ҡала дауаханаһы яғынан юл билдәләре менән дә мәсьәләне хәл итергә инек. Туҡталыш, йәйәүлеләр үткәүеле хәҙер урынында түгел, Үҙәк мәҙәниәт һарайы буйлап автомобиль юлы тар. Водителдәрҙең ризаһыҙлығын даими ишетәм», - тип яҙа Алла Степанова.

Комментарий һорап Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Татьяна Зубоваға мөрәжәғәт иттек.

– Һаумыһығыҙ! «Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы тураһында» №44-ФЗ һанлы федераль законға ярашлы, «Новаторҙар бульвары» проекты менән бәйле эштәрҙе башҡарыуға һатып алыуҙар Берҙәм мәғлүмәт системаһы аша ойошторолдо. «РефСтройПроект» яуаплылығы  сикләнгән йәмғиәте еңде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы көҙ дымлы булды. Тупраҡтың артыҡ дымланыуы һәм температураның түбәнәйеүе япманың ҡабарыуына килтерә. Бөтә етешһеҙлектәр 2026 йылда гарантия мөҙҙәтендә бөтөрөләсәк.

Бәләбәй районы хакимиәте ҡарамағындағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссия декабрҙә Революционерҙар һәм Интернациональ урамдарында юл билдәләрен ҡуйыуҙың маҡсатҡа ярашлылығын ҡараясаҡ.

А. Степанова фотолары

Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк
Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк
Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк
Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк
Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк
Автор: Светлана Шириня
Читайте нас