– 15 декабрҙә ҡар таҙартыуҙа 16 ихата һепереүсе һәм ике берәмек техника йәлеп ителде. Тәү сиратта квартал эсендәге юлдарҙы таҙартабыҙ. Ҡала халҡы машиналарын алып киткәс, автотуҡталҡаларҙы таҙарта башлаясаҡбыҙ. Беҙҙең ихата һепереүселәр хәлде аңлай, шуға күрә ял көндәрендә лә эшкә сыҡтылар. Әлбиттә, кадрҙар етешмәү менән ҡыйынлыҡтар һиҙелә, ләкин әлегә ҡарҙан таҙартыуҙы үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ, – тип һөйләне «Минең ҡалам» идарасы компанияһы директоры Галина Хөснөтдинова.
Былтыр ҡыш көслө дауылдар ваҡытында урам һепереүселәргә ҡарҙан таҙартыуҙа ярҙамға айырым күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр сыҡҡайны. Был коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙе тәнҡитләргә яратҡан, әммә ҡалала тәртип һаҡлау теләге менән янмаған кешеләр өсөн яҡшы өлгө.