Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Декабрь 2025, 12:00

Иртә таңдан руль артында

Донской ауыл советы ауыл биләмәһендә алты тораҡ пункт урынлашҡан. Һауа торошоноң боҙолоуында, күптән көтөлгән ҡар тәбиғәт афәтенә әйләнгәндә, тракторсы Флүр Арыҫланов иртә таңдан Пахарь ауылында юлдарҙы таҙарта башлай, һуңынан Ҡаҙанлы, Анненков, Сиушка, Подлесное ауылдарына, Мәҡсүт разъезына бара.

Иртә таңдан руль артында
Иртә таңдан руль артында

– Төшкә табан Флүр Хәбиб улы үҙенә беркетелгән бөтә биләмәне урап сыға. Юл ыңғайы төп трассаны таҙарта, ул республиканың Юл хужалығы идаралығы балансында тора. УДХ хеҙмәткәрҙәре бер үк ваҡытта уларҙың бөтә объекттарын хеҙмәтләндерергә өлгөрмәй, шуға күрә уларға ярҙамға киләбеҙ, сөнки беҙҙең халыҡҡа ҡалаға барып етергә кәрәк, – тине ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илһам Хөснөтдинов.

Тракторсы Флүр Арыҫланов бер нисә йыл инде ауыл биләмәһендә ҡышҡы юлдарҙы ҡарауҙа ҡатнаша. Хеҙмәт ветераны ауыл урамдарын ҡарҙан сифатлы таҙартыуы менән ауыл халҡының хөрмәтен яулаған.

И. Хөснөтдинов фотолары

Автор: Римма Султанова  
Читайте нас