Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Ғинуар , 10:00

Подрядсы тәжрибә туплай

Приют ҡасабаһында тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу менән «Төҙөкләндереү» учреждениеһы шөғөлләнә. Эштә ике трактор ҡулланыла. Әммә предприятие тракторсылар кадрҙарына ҡытлыҡ кисерә.

Подрядсы тәжрибә туплай
Подрядсы тәжрибә туплай

11 йыл дауамында ҡасабала дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу менән даими подрядсы шөғөлләнә, әммә ул был эшмәкәрлек өлкәһенән киткән. Конкурс йомғаҡтары буйынса бындай эштәрҙе башҡарыу өсөн икенсе ойошма һайланған.

- Яңы подрядсы тәүге тапҡыр ҡасабала ҡышҡы юлдарҙы ҡарауҙа ҡатнаша. Ул көндән-көн тәжрибә туплар тип өмөтләнәбеҙ. Тимәк, юлдарҙы таҙартыуҙың тиҙлеге һәм сифаты артасаҡ, - тип һөйләне Приют ҡасаба советы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Лилиә Юнысова.

Бында шулай уҡ идара итеүсе компаниялар ихата биләмәләрендә һәм квартал-ара үткәүелдәрҙә ҡар таҙартыу өсөн яуаплы.

Автор:
Читайте нас