- Тракторсы Сергей Андреянов иртүк ауыл биләмәһендәге юлдарҙы ҡарҙан таҙарта башлай. Социаль объекттарға, шулай уҡ контейнер майҙансыҡтарына юлдарҙың ваҡытында таҙартылыуын тәьмин итә. Кәрәк булғанда, йәмәғәт урындарында сифатлы эшләү өсөн ҡулына көрәк тә ала, – тип һөйләне ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ильмира Ильина.
Сергей Андреянов бер айҙан ашыу ауылда тракторсы булып эшләй. Был ваҡыт эсендә ул үҙен яуаплы һәм ышаныслы хеҙмәткәр итеп күрһәткән. Ир-ат үҙенең эшенә автомобиль йөрөтөүселәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең уңайлылығы ныҡ бәйле булыуын яҡшы аңлай.
Фотолар ауыл биләмәһе хакимиәтенән