Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Февраль , 11:00

Ҡар ҙа таҙартыла, подъездар ҙа ремонтлана...

Ҡыш тамамланыуға яҡынлаша, әммә Бәләбәйҙә ярайһы уҡ ҡар ҡатламы ятыуы күҙәтелә. Идарасы компаниялар коммуналь хеҙмәттәр менән берлектә ҡала биләмәләрен ҡарҙан таҙарта.

Ҡар ҙа таҙартыла, подъездар ҙа ремонтлана...
Ҡар ҙа таҙартыла, подъездар ҙа ремонтлана...

«Минең ҡалам» идарасы компания хеҙмәткәрҙәре Андрей Корнилов, Эльдар Низамов, И. Насретдинов, тракторсы Сергей Скворцов (фотола) йорт яны участкаларын, күп фатирлы йорттарҙың күтәрмәләрен һәм юлдарын, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡарҙан таҙарта. Ремонт-төҙөлөш участкаһы начальнигы Андрей Смольников етәкселегендә балта оҫталары Анатолий Салмин, Салауат Сәйетгәрәев, Илшат Сәлмәнов (фотола) йорт ҡыйыҡтарынан ҡар ташлай. Шуға бәйле ҡала халҡын бындай эштәрҙе башҡарған урындарҙа һаҡланыу сараларын күҙәтергә саҡырабыҙ.

Шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙың подъездарында ағымдағы ремонт дауам итә. Шулай итеп, был көндәрҙә буяусылар Алена Бессилина, Елена Данилова, Ирина Матвеева һәм Клара Фәтиева (фотола) Ленин урамындағы 13-сө йорттоң подъездарында биҙәү эштәре алып бара.

Яҙ етеү менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эш көндәре халыҡҡа хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән башҡа төр эштәр менән тулыланасаҡ.

Галина Хөснөтдинова, «Минең ҡалам» идарасы компанияһы директоры.

Фотолар компаниянан

 

Ҡар ҙа таҙартыла, подъездар ҙа ремонтлана...
Ҡар ҙа таҙартыла, подъездар ҙа ремонтлана...
Ҡар ҙа таҙартыла, подъездар ҙа ремонтлана...
Автор:
Читайте нас