Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Февраль , 10:00

Ике этапта төҙөләсәк

«Вернум» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһы Бәләбәй ҡалаһының Ҡарлуғас биҫтәһендә яңы һыу үткәргесе төҙөй башланы.

Ике этапта төҙөләсәк
Ике этапта төҙөләсәк

2026 йылда төҙөлөштөң тәүге этабында Зәңгәр һәм ун туғыҙынсы урамдарында 1,24 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала торбалар һалынасаҡ. Икенсе этапта, 2027 йылда, – егерме беренсе, егерме дүртенсе һәм егерме алтынсы урамдарҙа1,34 саҡрым,.

– Был проект биҫтәлә йәшәүселәрҙе сифатлы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Биләмә бюджетынан финансланған яңы һыу үткәргесен төҙөгәндә заманса материалдар һәм технологиялар файҙаланыласаҡ, ул бирелгән һыу сифатын ярайһы уҡ яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Киләсәктә уға Ҡарлуғас биҫтәһендә торлаҡ төҙөү өсөн 30 ер участкаһы алған ҡала халҡы тоташа аласаҡ, – тип хәбәр итте Бәләбәй ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Татьяна Зубова.

Заманса технологик ҡорамалдар һәм квалификациялы белгестәрҙең булыуы «Вернум» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә инженер коммуникациялары төҙөлөшө менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә.

 

Фотолар: ҡала биләмәһе

Ике этапта төҙөләсәк
Ике этапта төҙөләсәк
Ике этапта төҙөләсәк
Автор: Римма Солтанова әҙерләне
Читайте нас