- 11 мартта «Төҙөкләндереү» учреждениеһы механизаторҙары юлдарҙы киңәйтә һәм Ленин урамындағы тротуарҙарҙы (Травницкий урамынан Ҡыҙыл урамына тиклемге участка) ҡарҙан таҙартты. Шул уҡ көндө ҡар таҙартыу техникаһы Сыртланова урамынан «Автокомплект» заводына боролоуға тиклемге участкала ныҡлап эшләне. 12 мартта коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы Интернациональ урамындағы машиналар юлын киңәйтеүгә, Шулай уҡ Әмиров урамынан Фурманов урамына тиклемге участкала тротуарҙарҙы таҙартыуға йүнәлтелде, – тип хәбәр иттеләр Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәтендә.
Ҡала халҡы юлдарҙың һәм тротуарҙарҙың башҡа участкаларына ла сират етеүен көтә. Был хаҡта шылтыратыуҙар даими рәүештә ҡала хакимиәтенә лә, район гәзите редакцияһына ла килә.
Яҙын һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе һөҙөмтәһендә көндөҙ ҙә, төндә лә тәүлек эсендә йорт ҡыйыҡтарында үтеп барыусылар өсөн хәүефле боҙбармаҡтар барлыҡҡа килергә мөмкин.
– Торлаҡ ҡануниәте талаптарына ярашлы, идара итеүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәре күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарынан һәм подъездарҙың ҡыйыҡтарынан боҙбармаҡтарҙы ваҡытында ватып төшөрөргә тейеш, – тип аңлатма бирҙеләр ҡала хакимиәтендә.
Елена Петрова фотолары