

– «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә беҙ элекке ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы янында зәңгәр шыршылар ултырттыҡ. Ауыл уртаһында сәскә түтәлдәре эшләргә ниәтләйбеҙ, унда беседка урынлашҡан – ауыл халҡының яратҡан осрашыу һәм ял итеү урыны. Шулай уҡ автобус туҡталышы эргәһендә ҙур сәскә түтәле яһарға теләйбеҙ. Халыҡ йорт яны биләмәләрендә тәртип һәм таҙалыҡ урынлаштыра. Тиҙҙән ауылдарҙа граждандар йыйылышын үткәрәсәкбеҙ, унда төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ, – тип һөйләне Туҙлыҡыуыш ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Диана Синәғәтуллина.
Фотолар ауыл биләмәһе хакимиәтенән