Төҙөкләндереү
21 Апреля , 09:00

«Комсомол» өмәһе

Вайымһыҙ булмаған бәләбәйҙәр үҙ көстәре менән Комсомол быуаһының яр буйын  тәртипкә килтерә. Ғәҙәттәгесә, өмәләр май ял көндәрендә ойошторола.

«Комсомол» өмәһе«Комсомол» өмәһе
«Комсомол» өмәһе

«Фартовый рыбак» инициатива төркөмө етәксеһе Андрей Чернов беҙҙең редакцияға хәбәр итте:

«Быуа яры – йәйгеһен ҡала халҡының яратҡан ял итеү урындарының береһе. Шуға күрә ҡыштан һуң уны тәртипкә килтерергә кәрәк.

2 майҙа, шәмбелә, беҙҙең төркөм ағзалары «Бөркөт» һәм «Вид»  балыҡсылыҡ магазиндары менән берлектә һыу ятҡылығының яр буйҙарын таҙартыу буйынса «Комсомол» өмәһе үткәрә. 12.00 сәғәттә башлана.

Ҡалабыҙ, районыбыҙ халҡынан был изге акцияла ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ. Өмә тамамланғас, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр таратыласаҡ».

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас