Бәләбәй шишмәләре йырламай, ә илай...

Беҙҙең ҡаланы йырсы шишмәләр яғы тип йөрөтәләр. Эйе, ҡасандыр улар сылтырап, саф таҙа һыуҙарын йылтырап ағыҙып  йырлай торғайны...

Бәләбәй шишмәләре йырламай, ә илай...Бәләбәй шишмәләре йырламай, ә илай...
Бәләбәй шишмәләре йырламай, ә илай...

Ҡыҙғанысҡа күрә, тирә-яҡ мөхиткә һаҡһыҙ мөнәсәбәт арҡаһында шишмәләребеҙ сүп-сар менән тулған һәм илай...

– Майҙың тәүге көндәрендә грек-рим көрәше буйынса тренер, Бәләбәй районы ветерандар советы активисы Н.М. Кухарев үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән Бәләбәйҙә Яңғырауыҡлы (Гремучий) шишмәһен таҙартыу буйынса экологик өмә үткәрҙе, – тип «БИ» менән уртаҡлашты ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов.

Егеттәр һәм тренер ҙур теләк менән эшләгәндәр, бөтә сүп-сарҙы тоҡтарға йыйып, сығарып түккәндәр. Йәш спортсыларҙың башланғысы хуплауға лайыҡ.

Әммә ҡала шишмәләрен һаҡлау һәм тәртиптә тотоу проблемаһын кардиналь хәл итергә кәрәк. Тәбиғәт объекттарына ҡарата хужаһыҙлыҡ һәм вайымһыҙ мөнәсәбәт халыҡтың дөйөм мәҙәнилек кимәлен билдәләй.

Экологик өмәлә ҡатнашыусылар шишмәгә килеүселәр бында таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлар, тип өмөтләнә.

Фото ветерандар советынан

Автор:Любовь Иванова
Читайте нас