Өмәләр ойошторола

Мәтәүбаш ауыл советы ауыл биләмәһендә ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар, көрәктәр, тырмалар һәм балталар менән ҡоралланып, зыяраттарҙы таҙартты, сүп-сар, ҡоро һәм киҫелгән ағас ботаҡтарын йыйып сығарҙы.

Өмәләр ойошторолаӨмәләр ойошторола
Өмәләр ойошторола

Бының менән изге экологик миссия тамамланманы. Мәтәүбаш ауылы халҡы зыяраттан хәүеф тыуҙырған бөтә ҡарт ағастарҙы ҡырҡып алып ташларға һөйләште. Бындай эште, һис шикһеҙ, белгестәр башҡарырға тейеш. Бер ағасты бысыу һәм сығарыу 11 500 һум тора. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн ауылдаштар һәр йорттан өсәр мең һум аҡса йыйырға ҡарар иткән. Аҡса йыйыуҙы ойоштороусы иҫәбенә килә башланы ла инде.

Әйткәндәй, мәтәүбаштар тағы ла бер өмә планлаштырған. Еңеү көнө алдынан ауылда мемориаль парк биләмәһе тәртипкә килтереләсәк.

Өмәләр ойошторола
Өмәләр ойошторола
Өмәләр ойошторола
Өмәләр ойошторола
Өмәләр ойошторола
Өмәләр ойошторола
Өмәләр ойошторола
Өмәләр ойошторола
Өмәләр ойошторола
Автор:Зәйфә Сәлихова
Читайте нас