Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты

«БИ» (№19, 8.05.20206 г.)  «Бәләбәй шишмәләре йырламай, ә илай...» тип аталған  мәҡәлә баҫтырып сығарғайны, унда грек-рим көрәше буйынса тренер Н.М. Кухаревтың һәм уның тәрбиәләнеүселәренең Бәләбәйҙәге бер шишмәне  таҙартыу өсөн ойошторолған изге эше тураһында яҙҙыҡ.

Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙарттыБашҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты
Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты

Ошо көндәрҙә Башҡорт гимназия-интернаты коллективы Бәләбәй районының ветерандар советы рәйесе, райондың почетлы гражданы Александр Буйловтың Морозов урамындағы шишмәне таҙартыу тураһындағы үтенесен хупланы.

Гимназияның техник персоналы бер нисә сәғәт эсендә 28 тоҡ (160 литрлыҡ) сүп-сар йыйған, уны сығарыу өсөн автотағылмаға өс тапҡыр тейәп оҙатырға кәрәк булған. Әйткәндәй, тоҡтарҙы һәм һаҡланыу сараларын гимназия-интернат  биргән, ә шәхси автотағылмаһын - директорҙың хужалыҡ өлөшө буйынса урынбаҫары.

Гимназия директоры Дилбәр Фәтхетдинова өмә урынын ҡарап сыҡҡан һәм ҡала халҡына гәзит аша мөрәжәғәт итергә булған.

– Кешеләр, һеҙ ниңә тьирә-яҡты сүпләйһегеҙ? Һеҙҙең тәбиғәткә һәм ҡалаға булған вайымһыҙ мөнәсәбәтегеҙҙе балаларығыҙ күрә. Уҡытыусылар һеҙҙең ярҙамдан тыш уларҙа экологик мәҙәниәт тәрбиәләй алмаясаҡ. Ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар! Балаларығыҙҙы һәм ейәндәрегеҙҙе тәбиғәттә, урамда үҙ-үҙеңде тотоу мәҙәниәтенә өйрәтегеҙ! Ял иткән ереңде сүпләүгә ҡарағанда ҡоштар һайрауын һәм шишмәләр сылтырауын тыңлау күпкә күңеллерәк!

Йыл һайын беҙ яҡын-тирәләге йырындарҙы, гимназия ҡоймаһы артындағы биләмәне таҙартабыҙ һәм йәмғиәттең мәҙәниәтһеҙлегенә ғәжәпләнәбеҙ: кешеләр шишмәләргә, күпер аҫтына, ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастар араһына нәмәләр генә ташламайҙар.

Беҙҙең ңҙебеҙҙең биләмәлә ярайһы ҙур, коллектив уны өлгөлө тәртиптә тота. Яҡындағы йорттарҙан балалар һәм өлкәндәр мәктәп стадионында футбол уйнай. Ләкин бында эттәрен йөрөтөүселәр ҙә бар. Быға юл ҡуйырға яраймы ни? - ти Дилбәр Ғайса ҡыҙы.

Башҡорт гимназия-интернаты коллективының изге эше маҡтауға лайыҡ, әммә етәксенең фекеренә ҡолаҡ һалыу барыбыҙға ла кәрәк!

Фотоларҙы А. Буйлов бирҙе

 

 

 

Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты
Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты
Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты
Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты
Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты
Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты
Башҡорт гимназия-интернаты коллективы шишмәне таҙартты
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас