

– Актив йәштәрҙең беҙҙең саҡырыуҙы хуплап, экологик өмәгә сығыуы ҡыуандыра.
Улар «Кесе ватаныбыҙҙың таҙалығы хаҡына – бергәләп!» тигән лозунг менән изге эш башланы.
Ветерандар советы активистарына Бәләбәй медицина колледжының студенттар советы һәм Бәләбәй районының Йәштәр хакимиәте ҡушылды.
Бөгөн беҙ М.Б. Шапошников исемендәге урамдағы шишмәне бергәләп таҙартабыҙ. Өмәнең һөҙөмтәләре таң ҡалдыра: 20 тоҡ самаһы сүп-сар... һәм таҙа, сылтырап аҡҡан шишмә...
Эштән ҡурҡмаған һәм үҙ ваҡытын дөйөм файҙаға бүлгән һәр кемгә рәхмәт! Бәләбәйебеҙ таҙараҡ һәм йәмлерәк булһын. Бындай акциялар – беҙҙең бергә булыуыбыҙға иң яҡшы дәлил! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Сергеевич.
Тыуған ергә һөйөү данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемен йөрөткән урамдарҙағы изге эштәрҙән, таҙалыҡтан һәм тәртиптән башлана.
Фотоларҙы А. Буйлов бирҙе