Төҙөкләндереү
1 Июня , 10:00

140 метрлыҡ изге эш…

Кесе ватанға һөйөү һәр ваҡыт халыҡ һәм яҡташтар яғынан хәстәрлек һәм изге эштәр менән билдәләнә. Яҡшылыҡты үлсәүҙең аныҡ берәмеге юҡ: һәр осраҡтың үҙ баһаһы.

140 метрлыҡ изге эш…140 метрлыҡ изге эш…
140 метрлыҡ изге эш…

Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына актив бәләбәйҙәр Ҡыҙыл урамынан Крәҫтиән урамына тиклем Урман урамындағы 140 метр юлды ремонтланы.

Изге эште башлап йөрөүселәрҙең һәм унда ҡатнашыусыларының береһе, эшҡыуар Алексей Кудрявцев һөйләй:

– Юлды ремонтлау башланғысы беҙҙең урамда йәшәүселәрҙән килде. Улар араһында О. Кузнецов, Д. Фәттәхов, В. Григорьев, П. Григорьев, А. Наумов, И. Сафин һәм мин. Һәр кем «Дорремстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре (генераль директор Фәнил Муллахмәтов) башҡарған ремонт эштәрен үткәреү өсөн билдәле бер сумма индергән. Ремонт 250 000 һумға төштө.

Юл алдан уҡ тигеҙләнде, асфальт вағы таратылды һәм каток менән тығыҙланды. Артабан эшселәр юл япмаһына битум эмульсияһы һипте. Барыһы ла сифатлы эшләнде.

140 метр юлда үҙ-үҙең тураһында ғына түгел, ә башҡалар тураһында ла уйлай белгән кешеләрҙең изгелеге, хәстәрлеге һәм йомартлығы урын алған, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.

Кесе ватанға һөйөү шунда сағыла!

Алексей Кудрявцевтың фотолары

140 метрлыҡ изге эш…
140 метрлыҡ изге эш…
140 метрлыҡ изге эш…
140 метрлыҡ изге эш…
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас