

Башҡортостанда 618 еңеүсе билдәләнде, улар үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға аҡса аласаҡ. Уларҙың 223-ө-ҡалаларҙа, 395 – е республика райондарында.
Быйыл республика бюджетынан 600 миллион һум күләмендә субсидия бүленгән. Улар юлдарҙы ремонтлауҙан һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙән алып мәғариф, мәҙәниәт, спорт учреждениеларын йыһазландырыуға тиклем төрлө башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Конкурс шарттары буйынса проекттарҙы муниципалитеттар берлектә финанслай, үҙ аҡсаларын халыҡ үҙе һала, бағыусылар ҙа йәлеп ителә.
Республика бюджетынан субсидия аласаҡ конкурс еңеүселәре иҫәбенә Бәләбәй районының ҡала һәм ауыл биләмәләрендә йәшәүселәрҙең биш башланғысы инде. Райондың бөтә ауылдары ППМИ конкурсында ҡатнашыуға 20-нән ашыу ғариза биргән.
Әйткәндәй, 2025 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса дөйөм суммаһы 24 миллион һумлыҡ 15 проект тормошҡа ашырылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, еңеүселәр араһында Донской, Ыҫлаҡбаш һәм Шаровка ауыл советтары ауыл биләмәләрендә йәшәүселәрҙең өс башланғысы бар. Шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһынан һәм Приют ҡасабаһынан берәр проект еңеүселәр иҫәбендә.
Еңеүселәр Подлесное ауылында автомобиль юлы участкаһын ремонтлау, Ыҫлаҡбаш ауылында тренажерҙар менән балалар майҙансығын төҙөкләндереү, Шаровка ауылында «Азат итеүсе яугир» һәйкәлен ремонтлау буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Ҡала биләмәләрендәге ике проект белем биреү учреждениеларын ремонтлау менән бәйле. Бәләбәй ҡалаһының Комсомол урамындағы 11-се һанлы күп ҡатлы йорт советы халҡы Татар гимназияһында яңы тәҙрәләр ҡуйырға, Ә Приют ҡасабаһының Тыныслыҡ бульварындағы 2б-сы мкд советы 7-се мәктәптә спорт залын ағымдағы ремонтлауҙы планлаштыра.
«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы республика өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Был билдәле бер биләмә мәсьәләләрен хәл итеү өсөн һығылмалы инструмент – ул аҡсаны әлеге мәлдә иң кәрәкле урынға йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Ә иң мөһиме – дөйөм изге эш хаҡына халҡыбыҙҙы берләштереү мөмкинлеге», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.