

Ул ҡала халҡына Рәсәй көнөнә бүләк итеп, күптәнге проблеманы хәл итте. «Оҙаҡ ваҡыт автобус туҡталышынан Аксаков, Тимер юл, Тирәкле урамдары буйлап торлаҡ йорттарға үтеү ҡыйын булды. Ямғырҙар ваҡытында был участка үтә алмаҫлыҡҡа әйләнә, бигерәк тә оло йәштәгеләр һәм балалар арбаһы менән йөрөгән ғаиләләр өсөн, - тип хәбәр иттеләр Бәләбәй хакимиәтендә. - Халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәттәре һәм ялыуҙары иғтибарһыҙ ҡалманы.
Татьяна Геннадьевна башланғысы менән Совет урамындағы автобус туҡталышына үтеү өсөн металл йәйәүлеләр күпере проектланды һәм ҡуйылды. Хәҙер урындағы халыҡ, шулай уҡ был районда урынлашҡан ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре өсөн юл уңайлы һәм, иң мөһиме, хәүефһеҙ».
Шулай уҡ депутаттың үҙ аҡсаһы иҫәбенә Совет урамында, Тимер юл урамы менән киҫешкән урындан автобус туҡталышына тиклемге урында үлән сабылды.
Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе фотолары