

Ауыл халҡы ауыл хакимиәтенең башланғысын хупланы һәм зыяратты тәртипкә килтерҙе. Улар, аҡса йыйып, сүп-сар йыйыу өсөн биш пластик контейнер һатып алған.
М. Горький исемендәге усадьба үҙәге ауылына ингән ерҙә «Бәләбәйҙең географик адресы» арт-объекты ҡуйылды. Быға тиклем ул Бәләбәйҙә Әмиров исемендәге урамда торҙо.
– Беҙгә уны ҡарар нигеҙендә Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте тапшырҙы, – тип һөйләне биләмә хакимиәте башлығы Надежда Красильникова. – Арт-объектҡа уңайлы урын табылды. Беҙ уның тирәләй сәскәләр ултырттыҡ. Кешеләр уны баһалаған да инде һәм фотоға төшөү өсөн файҙалана.
Роман Афанасьев исемендәге мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, биләмә хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Глуховская ауылының «Ял» паркында ҡойманы буяу буйынса өмә үткәрҙе.
Максим Горький ауыл советы тораҡ пункттарында тәртип һәм таҙалыҡ бөтә халыҡта хупланыр, тигән ышаныс бар.
Фотолар: Максим Горький ауыл советы ауыл биләмәһе