Төҙөкләндереү
30 Июня , 07:00

М. Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылында йәштәрҙең хеҙмәт десанты

Максим Горький ауыл советы ауыл биләмәһен төҙөкләндереү эштәре туҡтамай. Сираттағы изге эште – туҡталыш павильонын буяуҙы һәм йыһазландырыуҙы – Йәштәр советы активистары, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл биләмәһе советы депутаттары башҡарҙы.

М. Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылында йәштәрҙең хеҙмәт десантыМ. Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылында йәштәрҙең хеҙмәт десанты
М. Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылында йәштәрҙең хеҙмәт десанты

Һүҙ ауыл хакимиәте башлығы Надежда Красильниковаға:

– Эш ҡайнаны ғына, һәм беҙ актив өсәү – Настя, Анна һәм Әмир артынан көс-хәл менән өлгөрҙөк, улар көйлө, етеҙ эшләнеләр.

Ауыл биләмәһе советы депутаты Дамир Әбүталипов үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып сыҡты. Ул үҙенең буяу аппараты менән павильонды, еренә еткереп, тиҙ генә буяп та ҡуйҙы. Шулай уҡ эскәмйәләр ҙә ҡуйырға булдыҡ, улар транспорт көткән ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн уңайлыҡтарҙы күпкә арттырасаҡ. Ауыл биләмәһе советы депутаты Марина Соболева бушлай таҡталар бирҙе, ә Дамир Вил улы бар күңелен һалып буяп та ҡуйҙы. Тормош иптәше эшләгән арала ҡатыны Гөлназ Зәриғәт ҡыҙы сәскәләр ултыртыу өсөн кашпо - декоратив түңгәк яһай башланы.

Был хеҙмәт десанты тыуған ауылыбыҙҙың инфраструктураһын төҙөкләндереүгә һәм яҡшыртыуға табан тағы бер аҙым булды.

Һәр изге эш – ул кесе ватанға һөйөү белдереү.

Фотолар: Н. Красильникова

М. Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылында йәштәрҙең хеҙмәт десанты
М. Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылында йәштәрҙең хеҙмәт десанты
М. Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылында йәштәрҙең хеҙмәт десанты
М. Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылында йәштәрҙең хеҙмәт десанты
Автор:Любовь Иванова әҙерләне
Читайте нас