

«Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамындағы 7-се күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәре буйынса «Атлант» идара итеүсе ойошмаһына ҡарата пландан тыш күсмә тикшереү үткәрелде, - тип хәбәр иттеләр БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. - Тикшереү барышында йорт тикшерелде, шулай уҡ халыҡ менән хеҙмәтләндереүҙең көнүҙәк проблемалары ҡаралды.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса «Атлант» идарасы компанияһы етәксеһенә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 14.1.3 статьяһының 2-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлә, шулай уҡ асыҡланған боҙоуҙарҙы бөтөрөү өсөн күрһәтмә бирелә.
Күҙәтеү ведомствоһы бөтә күрһәтмәләр тулыһынса үтәгәнгә тиклем уларҙың үтәлешен контролдә тотасаҡ, тип билдәләнә.